8 декабрь, Кесе йома

29 декабрь 2011 йыл, 17:49

Республика экологтары «Let’s Do It! World Cleanup 2012» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан делегацияһы «Бөтә донъя менән йыйыштырыу – 2012: әйҙәгеҙ быны башҡарайыҡ!» («Let’s Do It! World Cleanup 2012») халыҡ-ара экологик конференцияһында ҡатнашасаҡ. Экологтар конференцияһы Эстонияның баш ҡалаһы – Таллинда, алдағы йылдың 13-15 ғинуарында үтәсәк.

— Бөтә донъянан лидерҙар үҙ тәжрибәһе, идеялары менән уртаҡлашыу, шулай уҡ бөтә донъяла глобаль йыйыштырыу үткәреүгә әҙерләнеү маҡсатында бергә йыйыласаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан делегацияһы вәкиле, «Непейцев дендропаркын тергеҙәйек» проекты координаторы, «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһы активисы Анастасия Малинина.

Таллинда үтәсәк эко-конференция «Бөтә донъя менән йыйыштырыу – 2012: әйҙәгеҙ быны башҡарайыҡ!» акцияһын башлап ебәрәсәк. Ул ҡала һәм ауыл биләмәләрен санкцияланмаған сүплектәрҙән таҙартыу буйынса бер көнлөк сараларҙан ғибәрәт. Биләмәләрҙе таҙартыу буйынса саралар алдағы йылдың 24 мартында башланып, 25 сентябрендә тамамланасаҡ. Ошо ваҡыт эсендә һәр ил бөтә донъя акцияһында ҡатнашыу өсөн үҙенә бер көн һайлаясаҡ.