7 декабрь, Шаршамбы

29 декабрь 2011 йыл, 17:13

Өфөлө Айнур Шәйбәков – юниорҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Польшаның Минск-Мазовецкий ҡалаһында үткән юниорҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселегенең чемпионы билдәләнде.

Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенты, Өфөнөң 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спортсы-инструкторы Айнур Шәйбәковҡа етеүсе булманы.

Мөмкин булған 16 мәрәйҙән ул 14 мәрәй йыйған. Өсөнсө турҙың хәл иткес партияһында Айнур Шәйбәков үҙенең төп ярышташы Нидерланды спортсыһы Рул Бумстра менән көс һынашып, еңеүгә өлгәште.