11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2011 йыл, 16:49

Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу тел иҫәпләнә, уларҙың 11-е даими аралашыуҙа ҡулланыла. Улар араһында – төрөк – башҡорт, татар, сыуаш; славян – рус, украин, белорус; фин-уғыр – мари, мордва, удмурт. Был телдәрҙән тыш, республикала немец һәм латыш телдәре бар, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө Ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова. Күп милләтле Башҡортостан шарттарында был телдәр киләһе өлкәләрҙә киң ҡулланыла: мәғариф системаһы, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары.

Бөгөнгө көндә республикала уҡытыу рус һәм башҡорт дәүләт телдәренән тыш, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә лә алып барыла. 14 тел өйрәнелә.

— Был факторҙар үҙ этносының телен туған тел итеп таныған кешеләрҙең күп булыуына сәбәпселер ул, күрәһең, — тип иҫәпләй Фирҙәүес Хисаметдинова.

— Башҡорт теленә килгәндә, мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә уның позициялары ныҡ. Быға республикалағы тел сәйәсәте сәбәп булды: 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды ҡабул итеү, республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ике дәүләт программаһын ҡабул итеү. Был документтар Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер төбәктәрендә лә башҡорт теленең һаҡланып ҡалыуына сәбәп булды, — тине Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры.

Башҡортостан Президенты менән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгән 2011 йыл да туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фирҙәүес Хисаметдинова. Әлеге йыл сиктәрендә республикала күп саралар үткәрелде. Быйыл 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса өсөнсө республика маҡсатлы программаһы әҙерләнде.