5 декабрь, Дүшәмбе

29 декабрь 2011 йыл, 16:33

Эш биреүселәрҙең барыһына ла Пенсия фондынан электрон шпаргалкалар ебәрелде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Электрон документ әйләнешенә тоташҡан Башҡортостандың эш биреүселәренә Пенсия фондынан хәтерҙә тотоуы уңайлы булһын өсөн әҙерләнгән шпаргалар ебәрелгән. Ошо рәүешле Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе эш менән тәьмин итеүселәрҙе 2011 йыл өсөн иҫәп-хисап биреү үҙенсәлектәре тураһында тағы бер ҡат иҫкәртергә ҡарар иткән.

— Отчет әҙерләү өсөн программаны страховкалаусылар теркәлгән урыны буйынса Пенсия фонды идаралығынан йәки Пенсия фонды сайтынан ала ала, — тинеләр РФ Пенсия фондының республика бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.