Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Муниципаль һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү дауам итә

Сәйәсәт

Башкортостанда киләһе муниципаль һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү дауам итә.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт үҙәгенең 27 декабргә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм алғанда депутатлыҡҡа 526 кандидат күрһәтелгән, шуларҙың 401-е – үҙен-үҙе күрһәткән кандидаттар. Депутат мандатына дәғүә итеүселәрҙең өстән ике өлөшө – ир-егеттәр (341). Бөгөнгө көндә кандидаттарҙың 89-ы теркәү үтеп өлгөргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 4 мартында Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары менән берлектә муниципаль һайлауҙар ҙа үтәсәк. Республиканың һигеҙ ҡала округында  – Өфөлә, Ағиҙелдә, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡта урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – Советтарға һайлауҙар үтәсәк. Дөйөм алғанда 192 мандат алмаштырыласаҡ. Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегендә ҡала Советына (бер һайлау округы буйынса) өҫтәмә һайлауҙар үтергә тейеш. Ағиҙел һәм Межгорьенан тыш, ете ҡала Советына депуттар һайлау тәүге тапҡыр ҡатнаш (мажоритар һәм пропорциональ) система буйынса үткәрелә. Был көндө ете ҡала биләмәһе (165 бер мандатлы округтар буйынса) һәм 30 ауыл биләмәһе (294 округ буйынса) буйынса Советтарға депутаттар һайланасаҡ. 69 округ буйынса ауыл биләмәләре Советына өҫтәмә һәм ҡабаттан һайлауҙар үтәсәк. Муниципаль һайлауҙарҙа 4 мартта дөйөм алғанда 721 депутат мандаты бүлеп биреләсәк.

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть