11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2011 йыл, 13:51

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы тәғәйенләнде

автор: Ольга Мортазина

Рәсәй Президентының 2011 йылдың 17 декабрендәге Указы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп Валерий Шәйхетдин улы Хисаметдинов тәғәйенләнде. 2005 йылдан эске хеҙмәт полковнигы идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2010 йылдың октябренән – беренсе урынбаҫар, 2011 йылдың апреленән идаралыҡ директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булған.

Биографик белешмә. Валерий Хисаметдинов 1960 йылдың 1 майында Стәрлетамаҡта тыуған. 1977 йылда – Ҡазан Суворов хәрби училищеһын, 1981 йылда Новосибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай. 1981-1999 йылдарҙа Байкал аръяғы һәм Волга буйы хәрби округтарында хәрби хеҙмәт үтә. 1995 йылда Ҡораллы Көстәр Гуманитар академияһын алтын миҙал менән тамамлай.

темалар: кадрҙар