Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Республикала социаль фотоһүрәт конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

Өфө епархияһы «Изгелек. Яҡындарға ярҙам. Бүләк итәм» социаль фотоһүрәт конкурсын иғлан итте.

Христиан динендә хөрмәтлеләрҙән һаналған изге эштәр — етемдәргә, сирлеләргә, инвалидтарға, өйһөҙҙәргә, ололарға һәм башҡа мохтаждарға ярҙам итеү ғәмәле сағылдырылған фотографиялар ҡатнашыуға ҡабул ителә.

Конкурс 20 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Унда теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала, шул уҡ мәлдә ебәрелгән фотоһүрәттәр бишәүҙән артмаҫҡа тейеш. Йомғаҡтар яһалғандан һуң, «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында иң яҡшы эштәрҙән күргәҙмә ойоштороласаҡ. Конкурс тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфө епархияһының рәсми сайтынан ҡарарға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть