9 декабрь, Йома

29 декабрь 2011 йыл, 13:22

Өфөләге балалар тимер юлы өсөн яңы тепловоз ҡайтарылды

автор: Любовь Колоколова

Өфөгә Иван Якутов исемендәге парктың балалар тимер юлы өсөн яңы тепловоз ҡайтарылды. Тар колеялы локомотив 10 миллион һумға тиерлек барып баҫты. Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән иҫке тепловоз Һамарҙағы тимер юл музейында үҙ урынын аласаҡ.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге балалар тимер юлы директоры Ғәббәс Садыҡовтың әйтеүенсә, яңы тепловоз Приозерная станцияһында һаҡлауға ҡуйылған. Уға йәй дауамында балаларҙы йөрөтәсәк биш вагон беркетелгән.  

Әле йәш тимер юлсылар яңы, 59-сы, миҙгелде тулы әҙерлектә ҡаршылар өсөн тәжрибәле уҡытыусылар етәкселегендә белем ала.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Якутов исемендәге парктағы тимер юл Советтар Союзы Геройы Василий Доброрез исемен йөрөтә. Ул 1953 йылда асылған. Уның оҙонлоғо — ике километр самаһы, ә колеяһының киңлеге — 750 миллиметр. Йәйгеһен бында тимер юлсы һөнәрен үҙләштерергә теләгән мәктәп уҡыусылары эшләй. Уларҙың күбеһе артабан Өфө тимер транспорты техникумына йәки тимер юл училищеһына уҡырға инә. Балалар магистралендә эшләү улар өсөн — етди практика.