6 декабрь, Шишәмбе

29 декабрь 2011 йыл, 12:50

Башҡортостанда 43 меңдән ашыу үҫмер диспансеризация үтте

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ағымдағы йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса 43056 үҫмер — 21830 малай һәм 21226 ҡыҙ тулы күләмдә диспансеризация үткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шуларҙан 4949 бала ғына сәләмәтлеге буйынса I төркөмгә ҡарай, был тикшерелгәндәрҙең 11 процентын тәшкил итә. 27554 үҫмер  II һаулыҡ төркөмөнә индерелгән (63,9%), III төркөмдә – 10553 бала (25%). Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова хәбәр итте. Ул йәнә, үткәрелгән диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса ауырыуҙар асыҡланған осраҡта үҫмерҙәр артабан өҫтәмә тикшереүгә һәм амбулатория-поликлиника шарттарында йәки стационарҙа дауаланыуға йүнәлтелә, тип өҫтәне.

Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 йәшлектәрҙе диспансеризациялау республикала 2011-2012 йылдарға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә үткәрелә. Диспансеризация тәү сиратта үҫмерҙәрҙең ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.  

2011 йылдан һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуға бәйле төбәк программалары сиктәрендә үҫмерҙәрҙе диспансеризациялау бөтә Рәсәйҙә алып барыла. Бөтә төбәктәрҙә лә уны үткәреү тәртибен билдәләүсе норматив документтар ҡабул ителгән. 1 ноябргә ҡарата илдә  558143 үҫмер диспансеризация үтте, тип хәбәр итә РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы.

темалар: һаулыҡ һаҡлау