8 декабрь, Кесе йома

29 декабрь 2011 йыл, 12:42

Башҡортостанда йәшәүсе тажиктар диаспораһы уҙған йылға йомғаҡ яһаны

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре Өфөлә Башҡортостан Республикаһының И.Сомони исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәгенең йомғаҡлау йыйылышы үтте. Унда Тажикстандан студенттар һәм хеҙмәт мигранттары (яҡынса 65 кеше), Башҡортостандың Төркмән милли-мәҙәни үҙәге президенты Сапарморат Шанглиев һәм республиканың Р.Ғамзатов исемендәге Дағстан милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе Мөхәмәтхәбиб Солтанмөхәмәтов ҡатнашты.

Башҡортостандың Тажик милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Барот-Бек Джалолов, барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, тажиктарҙың милли ойошмаһының алты айға эшмәкәрлеге хаҡында отчет бирҙе, алдағы йылға бурыстар хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ярты йыллыҡ тажиктар менән Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, республикала йәшәүсе яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. 2012 йылда был эш дауам ителәсәк.

Осрашыу барышында Өфөлә йәшәүсе тажиктар диаспораһының күренекле вәкилдәре наградланды. Иң яҡшы студенттар стипендияға лайыҡ булды, уны йәштәр уҡыу йылы аҙағынаса аласаҡ.

Сара тажик эстрадаһы артистары концерты, спектакль һәм сәй эсеү менән тамамланды.

— Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ, — тине «Башинформ» агентлығына Барот-Бек Джалолов. – Ауырлыҡтар ҙа етерлек булды, ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа бар. Күпселек йәһәттән беҙгә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто етәкселеге ярҙам итте. Ыңғай тенденциялар артабан да дауам итер, тип ышанам.

темалар: милли сәйәсәт