3 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2011 йыл, 11:49

Суд приставтарының «ышаныс телефоны» тәүлек әйләнәһенә эшләй

автор: Любовь Колоколова

Суд приставтарының «ышаныс телефоны» байрамдарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ул Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында коррупция күренештәре факттары тураһындағы мәғлүмәткә тиҙ арала яуап биреү һәм тейешле саралар күреү маҡсатында эшләй.

Телефон номеры — 8(347) 273-59-82. Был телефон аша шылтыратып, теләгән һәр кем Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлеге факттары хаҡында хәбәр итә ала.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр мөрәжәғәт буйынса мотлаҡ рәүештә тикшереү үткәрелә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса тиҙ арала саралар күрелә.

Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәк халҡына суд приставтарының хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлеге факттары хаҡында тиҙ арала хәбәр итергә кәңәш итә. «Ышаныс телефоны»ның төп тәғәйенләнеше – халыҡҡа хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ярҙам итеү.