Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Октябрьскийҙа торлаҡ йорт өс ай алдан файҙаланыуға тапшырылған

Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһының Свердлов урамындағы 3-сө һанлы йорт Яңы йыл алдынан, билдәләнгән ваҡытҡа тиклем өс ай алдан файҙаланыуға тапшырылған.

Йорт төҙөлөшөнә үҙ аҡсаһын индергән “өлөшсөләр”, асҡыстарҙы алғас, тәүҙә фатирҙарҙы ҡарап сыҡты. Иҫкәрмәләр булһа, улар заказсы вәкилдәренә — «Стройзаказчик» муниципаль унитар предприятиеһы менән генподрядсы — «Инвестподряд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә әйтелде. Ошонда уҡ «Мастер» идара компанияһы етәксеһе лә бар ине. Закон буйынса объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң бер ай эсендә конкурс үткәрелеп, уның һөҙөмтәһендә йортто хеҙмәтләндереүсе билдәләнергә тейеш. Ә әлегә был эш менән фатир хужаларының һорауы буйынса «Мастер» компанияһының белгестәре шөғөлләнә. Әлеге мәлдә улар ҙур эштәр башҡарып өлгөргән: иҫәп-хисап приборҙарына пломба һалған, подъезд һәм территорияны ла улар йыйыштыра. Фатирҙарҙа биҙәү эштәре башҡарылмаған, шуға күрә Яңы йыл каникулдарын күптәр ошо эштәргә бағышларға йыйына. Тап шуға ла фатир хужалары төҙөүселәргә йортто Яңы йылға тиклем сафҡа индереү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән.

Йортта электр уты бар, аҙна аҙағына тиклем газ һәм һыу үтергә тейеш. Тышҡы төҙөкләндереү эштәре лә алдан башҡарылған: асфальт һалынған, ағастар ултыртылған, үлән сәселгән.

Теги: торлаҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть