8 декабрь, Кесе йома

29 декабрь 2011 йыл, 10:48

Әбйәлил районы халҡы Яңы йылға ҙур бүләктәр алды

автор: Марина Шумилова

Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылының Көнсығыш-2 микрорайоны халҡы өсөн өйҙәренә зәңгәр яғыулыҡ үткәреү Яңы йылға ҙур бүләк булды, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Был микрорайонда йорттар ун йылдан ашыу элек төҙөлә башлаған. Күптәр әллә ҡасан йорт һалып, элеккесә, мейескә утын яғып, йәшәгән. Ике ай эсендә тиерлек «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һигеҙ километрлыҡ трасса һалған. Газ үткәргес төҙөгәндә заманса полиэтилен торбалар ҡулланылған. Микрорайондың өстән бер өлөшөнә газ үткәрелгән. Киләһе йылда эштәр дауам итәсәк.

Хәмит ауылы халҡы өсөн иһә почта бүлексәһенең яңы бинаһын асыу Яңы йылға бүләк булды. Бәләкәй, әммә уңайлы бүлмәлә бөтә шарттар ҙа булдырылған – йылы, яҡты, уңайлы. Бында интернет менән ҡулланырға, көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр һатып алырға ла була. Почта бинаһын төҙөү өсөн ағас район хакимиәте менән бүленгән, ә бинаны ауыл халҡы үҙе төҙөгән.

Райондың төньяғында урынлашҡан Аһылай ауылында ла өй туйлау буласаҡ. Бында капиталь ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Был объекттарға ремонт үткәреү үтенесе менән ауыл халҡы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа уның Әбйәлил районына визиты барышында йыл башында мөрәжәғәт иткән. Республика башлығы ауыл халҡы мөрәжәғәтен үҙ контроленә аған, һәм бөгөн был мәсьәләләр хәл ителгән.