Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Саҡмағош районында быйыл һәр һыйырҙан 420 килограмға күберәк һөт һауылған

Иҡтисад

Саҡмағош районы малсылары быйыл һәр һыйырҙан 420 килограмға күберәк һөт һауып алған. Әйткәндәй. һөт етештереү күләме райондағы ауыл хужалығы предприятиеларының барыһында ла артҡан. Бында бер йылда һәр һыйырҙан уртаса алғанда 5106 кг һөт алынған, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығынан. Әммә был әле райондағы иң юғары күрһәткес түгел: өс ауыл хужалығы кооперативында һәр һыйырҙан йыллыҡ һауым 6 мең килограмдан ашҡан. Райондағы иң алдынғы хужалыҡ – «Заря» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, бында һәр һыйырҙан 6632 кг һөт һауылған.

Һөт етештереү менән районда йәмғеһе 13 ауыл хужалығы предприятиеһы шөғөлләнә. Шуларҙың туғыҙы ҡара-ала тоҡомдо үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ хужалығы статусына эйә. Мул һөт алыныуын райондың зоотехниктары һыйырҙар генофондының яҡшыртылыуы менән аңлата. Ауыл хужалығы предприятиеларының барыһы ла яһалма тороҡландырыуға күскән. Районда был эшкә формаль ҡараш юҡ. Һөҙөмтәлә хатта орғасы һәм үгеҙ быҙауҙар алыуҙы 98 процентҡа көйләргә өйрәнгәндәр.

Мал аҙығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл ҡышҡылыҡҡа һәр һыйырға концентраттар менән бергә 50-шәр центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы предприятиелары буйынса тулайым һауым 36 мең тоннанан ашҡан. Саҡмағоштар Башҡортостанда һөт етештереү буйынса лидерҙар булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть