Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советының яңы составы билдәләнде

Иҡтисад

Шаршамбы, 28 декабрҙә, «Башкирэнерго» йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышы үтте, унда директорҙар Советының яңы составы билдәләнде һәм 2011 йылдың 9 айы өсөн эш һөҙөмтәләре буйынса дивиденттар түләү хупланды.

Компанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башкирэнерго» йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышы 2011 йылдың 9 айы өсөн эш һөҙөмтәләре буйынса дивиденттар түләүгә 1 005 310 мең һум йүнәлтергә ҡарар иткән.

Дивидент күләме бер ябай һәм өҫтөнлөклө акцияға 0,92 һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, ябай акциялар буйынса дивиденттар килеме яҡынса 3 процент тәшкил итәсәк.

Акционерҙар ҡарары менән «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советының яңы составы һайланды, унда — «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының алты вәкиле, «ИНТЕР РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өс вәкиле, Рәсәйҙең Энергетика министрлығының бер вәкиле һәм ике ирекле директор. Директорҙар Советы ағзаһы итеп шулай уҡ «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Макаров та һайланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть