2 декабрь, Йома

28 декабрь 2011 йыл, 17:28

Бөрйән районында атайҙар конференцияһы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы Мәҙәниәт һарайында атайҙар конференцияһы үтте, ул Иҫке Собханғол урта мәктәбенең уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы менән ойошторолдо. Атайҙар абруйын арттырыу, уларға ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләү, ата-әсәләрҙә үҙҙәренең ғаиләһе һәм йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойғоһон нығытыу сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Конференция программаһына уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт, уҡытыусылар, педагог-психологтар һәм мәктәп директоры Гәрәй Йомағолов докладтары индерелде. «Осҡон» һәм «Ялҡын» балалар ансамблдәре әҙерләгән йырҙар һәм бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде, тип хәбәр иттеләр Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Мәктәптең педагог-психологы Гөлсинә Маликова, инженер Факил Кинйәбаев, уҡытыусы Айрат Сәлиховтың «Ул тәрбиәләүҙә атай роле», «Ҡыҙ тәрбиәләүҙә әсәй роле», «Мәктәптә һәм ғаиләлә патриотик һәм физик тәрбиә биреүҙең әһәмиәте» темаларына сығыштары бик фәһемле һәм йөкмәткеле булды.