8 декабрь, Кесе йома

28 декабрь 2011 йыл, 16:56

Тыуым артыуы яңы бала табыу йорттарын төҙөүҙе талап итә

автор: Алик Шакиров

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы биш йылда тыуым  йылына 42 меңдән 55 меңгә тиклем артҡан. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә — бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

Төбәктә тыуым артыуы яңы, заманса бала табыу йорттарын һәм дауаханаларҙың акушер-гинекология бүлексәләрен төҙөүҙе талап итә.

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда Башҡортостанда Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 120 койка-урынлыҡ акушер-гинекология корпусын, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһындағы ҡала клиник дауаханаһының 80 койка-урынлыҡ бала табыу йортон төҙөү дауам ителәсәк.  

Октябрьский ҡалаһындағы бала табыу йортон — 2012 йыл аҙағында, ә Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының  акушер-гинекология корпусын 2013 йылдың беренсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла.