11 декабрь, Йәкшәмбе

28 декабрь 2011 йыл, 16:34

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда артыҡ һыуыҡ булмаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә һауа торошона бәйле сюрприздар булмаясаҡ.  Был хаҡта бөгөнгө матбуғат конференцияһында Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә республикала 10 градус самаһы һалҡын булыуы көтөлә. Төньяҡ райондарҙа минус 20 градусҡаса һыуытыуы ихтимал.

— Раштыуаға һыуыҡтар булмаҫ, моғайын, — тип билдәләне ул. – Ә керәшен һыуыҡтары инҡар ителмәй.

Анна Козаева шулай уҡ быйылғы йыл йомғаҡтары менән уртаҡлашты:

— Быйыл һауа торошо бик уңайлы булды. Һыуыҡ февралде, эҫе һәм ҡоро июлде иҫәпләмәгәндә, етди аномалиялар күҙәтелмәне. Ауыл хужалығы өсөн дә йыл уңайлы килде.