8 декабрь, Кесе йома

28 декабрь 2011 йыл, 15:47

Краснокама районында татар мәҙәниәте фестивале үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Краснокама районының Яңы Хажы ауылында татар мәҙәниәте фестивале үтте. Унда Краснокама районы ауылдарының фольклор коллективтары сығыш яһаны.

Мәҙәниәт йорто фойеһында татар халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолдо һәм милли һый-ниғмәттәр тәҡдим ителде. Фестиваль ҡунаҡтарын йыр-бейеү һәм традицион сәк-сәк менән ҡаршы алдылар.

Ҡуян һәм Яңы Бөртөк ауылдарынан ижади коллективтар ҡыҙыҡлы концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. Фәрзәнә Әбсәләмова, Замира Ғабдраханова һәм Рәсим Сәйфидияров яңғыҙ йыр башҡарҙы. Халыҡ бейеүҙәре лә күрһәтелде.

Фестивалдә ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Краснокама район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.