Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Анкарала Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған конференция үтте

Йәмғиәт

Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған ғилми конференция үтте. Ул ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы һәм Төркиәләге иң билдәле һәм абруйлы ғилми институттарҙың береһе — Төрки телдәр институты менән ойошторолдо. Унда төрөк, татар, башҡорт ғалимдары, шул иҫәптән Татарстан Фәндәр академияһының Мәҙәниәт, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Ким Миңнуллин, Төрки телдәр институты директоры Шукру Халук Акалын, Башҡортостан һәм Татарстандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкилдәре Әхәт Сәлихов менән Лилиә Саттарова ҡатнашты.

Конференцияла ҡатнашыусыларға Төркиә Республикаһының милли мәғариф министры Гумар Динчернен сәләмләү хаты йүнәлткән. Конференцияны асыу тантанаһында сығыш яһаған Ким Миңнуллин, Ғабдулла Туҡайҙың ижады милли үҙаң, ватансылыҡ тойғолары үҫешенә булышлыҡ итә, тип билдәләне. Төрки телдәр институты директоры Шукру Халук Акалын үҙенең бихисап хеҙмәттәрен Туҡай ижадын өйрәнеүгә арнаған, был турала ул конференцияла ҡатнашыусыларға бәйән итте. Архив материалдарына, шул иҫәптән шәхси архивына таянып, төрөк ғалимы Туҡай ижадына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы экспонаттар, хат һәм документтар менән таныштырҙы. Татарстандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Лилиә Сатарова конференцияла ҡатнашыусыларға ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль директоры Дюсен Касеиновтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

Сәләмләү хатында, атап әйткәндә, Туҡай ижадының татар халҡы өсөн генә түгел, бөтә төрки халыҡтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеге, уның был халыҡтарҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге менән бәйле булыуы хаҡында әйтелә. Артабан Дюсен Касеинов үҙенең сәләмләү хатында 2011 йылдың ТӨРКСОЙ менән Ғабдулла Туҡай йылы тип иғлан ителеүен һәм Туҡайҙың тыуыуына 125 тулыу уңайынан ниндәй саралар үткәрелеүен билдәләп китә.

Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың «Туҡай һәм башҡорт әҙәбиәте» тип аталған докладын да ҡыҙыҡһынып тыңланы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть