Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йыл эсендә Башҡортостанда халыҡтан 7 меңдән ашыу терегөмөшлө лампа ҡабул ителгән

Йәмғиәт

Көн элгәре хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм артабан үтилләштереү буйынса үткән экологик акция сиктәрендә Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы экомобиле Туймазыла меңдән ашыу терегөмөшлө лампа йыйып алған.

— Туймазыла терегөмөшлө изделиеларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт биш сәғәт дауамында халыҡтан люминесцент, энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампалар һәм градусниктар ҡабул итте. Йыйып алынған 1068 терегөмөшлө изделиеның күпселек өлөшө люминесцент лампаларға тура килә,  - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Туймазыла йыйылған барлыҡ терегөмөшлө лампалар Стәрлетамаҡҡа хәүефле ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү буйынса махсус участкаға ебәрелгән. Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренсә, экомобиль рейдтары киләһе йылда ла дауам итәсәк.

Йыл йомғаҡтарына килгәндә, ағымдағы йылда терегөмөшлө изделиеларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт Башҡортостан буйлап 30-ға яҡын рейд үткәргән һәм халыҡтан ете меңдән ашыу люминесцент һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампа ҡабул иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть