10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2011 йыл, 14:05

Стажерҙарҙы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшкә ҡалдыралар

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 157 стажеры предприятиела эшләүен дауам итәсәк. Үҙен ыңғай яҡтан күрһәткәндәрҙең барыһын да Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшкә ҡалдырҙы.  Сығарылыш студенттары заводта электән булған, шулай уҡ яңы булдырылған вакансияларға ҡабул ителде. Уларҙың күпселеге – 85 кеше – эшсе, 59-ы – белгес, 13-ө контролер булып эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығында.

Ярты йыл дауамында стажерҙар предприятиела практика үтте. Бүлек етәкселәре, кадрҙар хеҙмәте һәм йәштәргә махсус беркетелгән остаздар уларға яңы коллективта яраҡлашырға һәм барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. Республиканың хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү программаһы сиктәрендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе быйыл юғары, урта һөнәри белем биреү учреждениеларын һәм һөнәрселек училищеларын (Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө авиация техникумы һәм башҡалар) тамамлаған 205 кешене ҡабул иткән.