Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Саҡмағош районында бөтә һыйырҙар ҙа микрочиптар йөрөтә

Иҡтисад

Саҡмағош районында һыйырҙарҙың барыһына ла микрочиптар ҡуйыла, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттең ауыл хужалығы идаралығында. Республикалағы ҡайһы бер предприятиеларҙа ла бындай тәжрибә ҡулланыла, әммә күләмле рәүештә саҡмағоштар ғына эшләй. Хәҙер һәр малҡайҙың идентификацион номеры ғына түгел, тиреһе аҫтында микрочибы ла бар. Унда һыйыр тураһында тулы мәлүмәт тупланған. Продуктлылығы, тоҡомона бәйле мәғлүмәттәрҙән тыш, чипта йәшәү урыны, йәғни уның ниндәй ауыл хужалығына ҡарауы ла күрһәтелгән.

Был мәғлүмәттәрҙе «Селекс» махсус программаһы анализлай. Хужалыҡ зоотехниктары, шулай уҡ эре мал иҫәбен алып барыусы белгестәр өсөн уҡыу ойошторолған, уҡыу барышында алынған белем тоҡомло малға компьютер ярҙамында дөрөҫ иҫәп алып барырға ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть