4 декабрь, Йәкшәмбе

28 декабрь 2011 йыл, 13:31

Башҡортостан парламентарийҙары рәхмәт хаттары ала

автор: Людмила Терновая

Республика парламенты исеменә Өфөнөң 75-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе етәкселегенән рәхмәт хаты килде, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте. Хат республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Лев Бакусовҡа йүнәлтелгән. Быға депутаттың өлкән класс уҡыусылары өсөн үткәрелгән Рәсәйҙә парламентаризмға 105 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуы сәбәп булды. Лев Михайлович уҡыусыларҙың Рәсәйҙең бөгөнгө сәйәси системаһына, һайлау хоҡуғына, Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошона ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.

Хатта шулай уҡ депутатҡа мәктәп проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт әйтелә. Лев Бакусов ярҙамы менән 1947 йылда төҙөлгән Өфөнөң 75-се мәктәбе энергияны һаҡсыл файҙаланыу буйынса федераль маҡсатлы программаға индерелгән, бюджеттан аҡса бүленгән һәм тәҙрәләргә капиталь ремонт үткәрелгән.