8 декабрь, Кесе йома

28 декабрь 2011 йыл, 13:01

Юлсылар көрт һәм боҙлауыҡ менән көрәшкә сыҡты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда автомобилистарҙы ҡатмарлы юл шарттары көтә. Синоптиктар билдәләүенсә, бөгөн, 28 декабрҙә, көслө буран сығыуы, ҡар яуыуы, елдең секундына 20-25 метрға етеүе күҙаллана. Юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ һәм ҡар арҡаһында күреү мөмкинлегенең насарайыуы көтөлә.  

— Әлеге ваҡытта М-5 «Волга», М-7 «Урал» һәм Р-240 «Өфө-Ырымбур» федераль трассаларының Башҡортостан территорияһынан үткән участкаларында 84 махсус техника берәмеге эшләй, ошоноң арҡаһында юлдар таҙа, тығындар һәм хәрәкәтте туҡтатыуға юл ҡуйылмаған, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Федераль юл агентлығының «Һамар-Өфө-Силәбе» автомагистраль идаралығы матбуғат секретары Илдар Әхмәҙиев.  

Уның әйтеүенсә, транспорт саралары менән идара иткәндә водителдәрҙән өҫтәмә көс һәм иғтибар талап иткән ҡатмарлы метеорологик шарттар арҡаһында автомобилистарға хәл алыу өсөн автомагистраль буйындағы махсус туҡталҡаларҙан файҙаланырға кәңәш ителә. Республика биләмәһендә ошондай 36 туҡталҡа бар. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, шулай уҡ юлдарҙағы хәлдәр тураһында Идаралыҡ сайтынан һәм тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8(347)228-12-18 телефоны аша мәғлүмәт алырға мөмкин.

Алдағы көндәрҙә бер аҙ һыуытасаҡ, яуым-төшөм һәм ел туҡтаясаҡ. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә ҡарһыҙ һалҡын һауа торошо көтөлә. Төнөн һауа температураһы – минус 8-13 градус, көндөҙ минус 6-11 градусты тәшкил итәсәк.