4 декабрь, Йәкшәмбе

28 декабрь 2011 йыл, 12:33

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Өфөгә килергә ашыҡмай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостанға килергә ашыҡмай әле. Был хаҡта ул Түбәнге Новгородта «Нижегород йәрминкәһе» күргәҙмә комплексында журналистар менән аралашыу барышында хәбәр итте.

— Социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәле ҡатмарлыраҡ булған төбәктәрҙән башлайыҡ, — тип үҙенең пландарына комментарий бирҙе Михаил Бабич. – Алдынғы төбәктәргә барыу һәр саҡ еңелерәк. Әлегә башҡа төбәктәрҙә нимәләрҙең нығынып етмәүен асыҡларға кәрәк.

Михаил Бабич һүҙҙәренсә, Башҡортостан әлеге ваҡытта әһәмиәтлелек буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында тора, тимәк, тиҙ арала ул бында килмәйәсәк.

Урындарҙа эште яҡын арала башларға уйлайым, тип белдерҙе тулы хоҡуҡлы вәкил. Проблемалы төбәктәргә тәүге визиттар 5-6 ғинуарҙа уҡ планлаштырыла.