3 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2011 йыл, 11:49

Фидус Ямалетдинов: «Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең проблемаларын хәл иткәндә формализм булырға тейеш түгел»

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Хөкүмәтендә 27 декабрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов рәйеслегендә ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советының быйылғы йылдағы һуңғы ултырышы үтте.

— Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән эшләү мәсьәләһе республика властарының даими күҙ уңында, — тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. — Төбәктә ике кимәлдәге ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү системаһы эшләй. Бындай ғаиләләргә индивидуаль профилактик ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы ауыр хәлдән сығарыу буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү схемаһы эшләнгән.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың билдәләүенсә, совет эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – ғаиләләге ауыр хәлдәрҙе иртәрәк асыҡлау, ғәмһеҙ ата-әсәләргә ҡарата киҫкен саралар ҡуланылыуына юл ҡуймау, йәғни уларҙы ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеп, балаларын етемдәр һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм булған балалар тәрбиәләнгән учреждениеларға урынлаштырыуға юл ҡуймау.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республикала муниципаль ведомство-ара совет ҡарарына ярашлы иҫәпкә алынған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр буйынса мәғлүмәт базаһы булдырылған.

— Бөгөнгө көндә унда 11 мең самаһы ғаилә иҫәптә тора, уларҙа 22,5 мең бала тәрбиәләнә. Улар араһында аҙ тәмин ителгәндәр – 22 процент, тулы булмаған ғаиләләр – 20 проценттан ашыу, ата-әсәләре балаларын тәрбиәләү буйынса үҙ бурысын үтәмәгән ғаиләләр ҙә — 20 процент самаһы, күп балалылар – 17,6 процент, — тип аныҡлап китте Ленара Иванова.

Уның әйтеүенсә, закон буйынса бындай ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн ҡаралған федераль һәм республика бюджеттары средстволарынан тыш, уларға матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге лә ҡарала. Мәҫәлән, 2011 йылда 17,5 миллион һумдан ашыу суммаға 4 меңдән ашыу ғаиләгә матди ярҙам күрһәтелгән. Өс меңдән ашыу ғаиләгә 16 миллион һумдан ашыу суммаға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бурыстарҙы ҡаплауҙа ярҙам күрһәтелгән.

Шул уҡ ваҡытта, муниципаль ведомство-ара совет мәғлүмәттәренә ярашлы, матди ярҙамдан тыш, консультатив, хоҡуҡи һәм психологик ярҙам да ҙур һорау менән файҙалана.

— Үкенескә күрә, ата-әсәләр барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй, — ти хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.

Эшһеҙлекте һәм ата-әсәләрҙең эскелек һаҙлығына батыуын Ленара Иванова көрсөккә килтергән сәбәптәрҙең береһе тип атаны. Был йүнәлештә эштәр алып барыла. 2011 йылда 1500-ҙән ашыу ата-әсә эшкә урынлаштырылған. Был һорауҙа Өфө, Стәрлетамак, Белорет, Федоровка, Йылайыр һәм Балаҡатай райондары әүҙемлек күрһәткән.

Алкоголизмға килгәндә, быйыл 879 ата-әсә муниципаль ведомство-ара советтар көсө менән дауалау курсы үткән, тип билдәләне ведомство башлығы. Бындай эште ойоштороу 2011 йылда 3,5 мең ғаиләне иҫәптән алырға мөмкинлек биргән, шулай ҙа улар әле булһа белгестәр иғтибарында.

Ыңғай мәлдәргә ҡарамаҫтан, Фидус Ямалетдинов фекеренсә, проблемалар ҙа етерлек. Шуларҙың береһе — эште ойоштороуға формаль ҡараш. Кире миҫал итеп ул Ағиҙел ҡалаһын килтерҙе, унда 56 ғаилә иҫәптә тора, ә эш планы ни бары 34 ғаиләне үҙ эсенә ала.

— Башҡа ғаиләләр формаль рәүештә генә иҫәптә тора булып сығамы? Һеҙҙең арала күптәрегеҙ — муниципаль ведомство-ара совет рәйестәре, тимәк, һеҙҙең район йәки ҡалағыҙ территорияһындағы эштәрҙе ойоштороу өсөн һеҙ яуаплы. Көрсөккә төшкән ғаиләләрҙе билдәләгәндә бөтә критерийҙарҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк. Һәм иҫәпләү генә түгел, ә һәр осраҡтағы проблеманы айырым ҡарау мөһим. Бында формализм булырға тейеш түгел, аныҡ эш кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр урынбаҫары.

Ул шулай уҡ Өфө тәжрибәһенә мөрәжәғәт итеп, был мәсьәлә менән шөғөлләнгән белгестәрҙе Өфөлә уҡытырға йәки улар өсөн бында семинар ойошторорға тәҡдим итте.