5 декабрь, Дүшәмбе

28 декабрь 2011 йыл, 11:49

Башҡортостан Президенты Хакимиәте һәм «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре «Ышанмайбыҙ» йәштәр хәрәкәте активы менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президентының протест белдереүсе йәштәр менән тығыҙыраҡ эш итеүҙе көйләү тураһындағы ҡушыуын үтәү маҡсатында, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре политолог Альберт Мифтахов һәм Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең башҡарма директоры Арсен Нурйәновтың «Ышанмайбыҙ» («Не верим») йәштәр хәрәкәте активистары менән осрашыуы үтте.

Ҡыҙыу фекер алышыу барышында йәштәр республикалағы, илдәге һәм донъялағы сәйәси-иҡтисади хәлде нисек аңлауҙарын әйтеп ишеттерҙе. Улар Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре, халыҡтың социаль йәһәттән ҡатламдарға бүленеүе, дәүләт идараһы органдарындағы бюрократлыҡ менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Йәштәр власть вәкилдәренә Башҡортостан киләсәгенә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы эшмәкәрлегенә, «ҡыҙғылт һары революция»ға ҡағылышлы һәм башҡа бик күп һорауҙарын бирҙе, уларға тулы яуап алды. Үҙ сиратында Аббас Ғәлләмов бындай осрашыуҙар ярҙамында халыҡтың республика етәкселегенә проблемаларға үҙенең ҡарашын еткерә алыуын билдәләне.

— Төрлө йәштәр хәрәкәттәре вәкилдәре менән аралашырға кәрәк, — тине Арсен Нурйәнов. – Беҙ барыбыҙ ҙа – республика һәм ил патриоттары. Барыбыҙ ҙа бәхетле, дуҫ һәм татыу йәшәргә теләй.

«Ышанмайбыҙ» хәрәкәте активистары илдәге хәлде яҡшыртыу буйынса үҙ инициативаларын әйтеп ишеттерҙе, Башҡортостан Президенты Хакимиәте һәм «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре уларҙы тикшерергә һүҙ бирҙе. Атап әйткәндә, йәштәр 2012 йылдың март айында буласаҡ Рәсәй Президенты һайлауҙарын ғәҙел үткәрергә, йәмәғәт телевидениеһы буйынса программа әҙерләргә, киң мәғлүмәт сараларында сәйәси фекер алышыуҙарға күберәк иғтибар бүлергә тәҡдим итте.