9 декабрь, Йома

28 декабрь 2011 йыл, 10:01

Хәйбулла районында яңы балалар баҡсаһы асылды

автор: Әлим Фәйезов

Яңы йыл алдынан Хәйбулла районының Садовый ауылында балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мәктәп бинаһының реконструкцияланған өлөшөндә урынлашҡан һәм 60 урынға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ҡуйылған бөтә талаптарға ла яуап бирә.  

Балалар баҡсаһын асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, был учреждение — райондағы иң яҡшы балалар баҡсаларының береһе, бында сабыйҙарҙы гармониялы үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

— Балаларыбыҙҙың бәхетле киләсәген тәьмин итеү, уларҙың үҫеше өсөн тейешле шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башлығы. Ул йәнә, киләһе йылда район үҙәге Аҡъярҙа 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ, тип хәбәр итте.