6 декабрь, Шишәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 18:39

Өфөлә Сабый көнө билдәләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

28 декабрҙә Өфөлә тәүгә Сабый көнөн билдәләйәсәктәр. Сара баш ҡаланың 6-сы бала табыу йортонда үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһының ЗАГС Идаралығынан асыҡлауҙарынса, был көндө БДМУ клиникаһының бала табыу йортонан сығарылған яңы тыуған сабыйҙарҙың ата-әсәләренә тантаналы рәүештә тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.

14 сәғәттә башланасаҡ сараның инициаторҙары – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы, «Рәсәй ғаиләһе» Милли йәмәғәтселек комитеты Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостан Республикаһының ЗАГС Идаралығы.

темалар: акциялар