9 декабрь, Йома

27 декабрь 2011 йыл, 18:12

Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен Раил Әсәҙуллин етәкләне

автор: «Башинформ»

Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәрен шишәмбе, 27 декабрҙә, яңы етәксе менән таныштырҙылар. Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған Александр Дегтярев урынына был вазифаны «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин биләне, тип хәбәр итә ER.RU.

«Партия рәйесенең Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе вазифаһына Раил Әсәҙуллин кандидатураһын төбәк сәйәси совет Президиумының барлыҡ ағзалары бер тауыштан хупланы. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, профессор – ул Башҡортостан граждандарының проблемалары хаҡында ишетеп кенә белмәй. Уның етәкселеге аҫтында йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе төбәк халҡы менән артабан да һөҙөмтәле эш алып барыр, тип ышанам», — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, республика парламенты депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.

«Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә төрлө мәсьәлә һәм һорауҙар менән бөтә республиканан кешеләр мөрәжәғәт итә. Һәм һорауҙарҙың күпселеге ыңғай хәл ителә. Артабан да был эште дауам итәсәкбеҙ, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Хәҙер ҡаҙанған уңыштарҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы арттырыу мөһим. Яңы йылда Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттарынан ярҙам ала аласаҡ, улар өсөн бушлай юридик консультациялар дауам итәсәк. Беҙ тәү сиратта халыҡ өсөн эшләйбеҙ, һәм был хаҡта берәү ҙә оноторға тейеш түгел», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Әсәҙуллин.