Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Ике сәғәт эсендә Ауырғазы районында өс тонна макулатура йыйылған

Йәмғиәт

«Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!» акцияһы дауамында Ауырғазы районында өс тонна ҡағыҙ сеймал йыйылған. Ике сәғәт барышында, 11-ҙән 13-кә тиклем, Талбазыла махсус автомобиль район халҡынан һәм ойошмаларынан макулатура ҡабул иткән.  

Тәбиғәтте һаҡлау акцияһының ойоштороусылары булып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы һәм Ауырғазы район хакимиәте сығыш яһаған.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акцияла урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм волонтерҙар әүҙем ҡатнашҡан. Акцияның икенсе этабы киләһе йылдың ғинуарында үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть