4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 17:17

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы балалар өсөн Яңы йыл байрамын үткәрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең «Мегаполис» мәҙәни-күңел асыу комплексында Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары һәм Копейск ҡалаһының мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл тамашаһы үткәрелде. Ойоштороусылар – Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы.

Байрамға 120 бала килде, күпселеге ауыл еренән. Улар төрлө костюмдар әҙерләгән. Балалар өсөн Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Мәскәй әбей ҡатнашлығындағы тамаша ойошторолдо. Кескәйҙәр шиғыр ятланы, шыршы тирәләй бейене, Яңы йыл йырҙарын йырланы.

Бынан һуң балалар боулинг уйнарға юлланды. Асыҡланыуынса, боулингты улар тәүгә күргән. Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы активисы Денис Әйүпов уларға ярҙамға килде. Балалар әйтеүенсә, был иң яҡшы Яңы йыл бүләге булған. Уйнап алғандан һуң, уларға татлы бүләктәр тапшырылды.