4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 17:08

Һалымсылар Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршыларға саҡыра

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Һалымсылар Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршыларға саҡыра һәм бурыстарҙы асыҡлау ысулдарын хәтергә төшөрә.

— Һалым хеҙмәте бөгөн граждандарға бурыстары булыу-булмауын еңел һәм тиҙ арала асыҡлау мөмкинлеге биргән хеҙмәттәр тәҡдим итә, — тинеләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында. — Транспорт һәм ергә һалым, шулай уҡ физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса күпме бурыс барлығын беҙҙең Идаралыҡ сайтындағы «Бурысыңды бел» һәм «Физик шәхестәр өсөн шәхси һалым түләүсе кабинеты» кеүек электрон сервистар ярҙамында белергә мөмкин. Бурысты асыҡлар өсөн тағы бер ябай ысул – 89373331233 номерына һалым түләүсенең идентификацион номеры (ИНН) менән кеҫә телефонынан бушлай СМС-хәбәр ебәреү. Ниһайәт, йәшәү урыны буйынса һалым инспекцияһына шәхсән үҙегеҙгә мөрәжәғәт итергә була.

Әгәр һалым буйынса бурыстар бар икән, сайттан кәрәкле реквизиттар менән түләү документын принтерҙан сығарып, бурыс өсөн теләһә ҡайһы банк аша түләргә мөмкин. Шулай уҡ интернет-банкинг менән файҙаланып, бурысты ҡулаҡсаһыҙ ҙа ҡаплап була.

темалар: һалым, интернет