9 декабрь, Йома

27 декабрь 2011 йыл, 15:49

Ирек Ялалов: «Өфөлә әүҙем төҙөлөш дауам итә»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә ҡала хужалығы һәм социаль өлкә тармаҡтарында тотороҡло эшмәкәрлек алып барыла. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге бөгөнгө матбуғат конференцияһында Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов хәбәр итте.

— Өфөлә иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәрендә лә сәнәғәт производствоһы индексының үҫеше күҙәтелә. Тейәлгән продукция күләме 460 млрд һумдан ашты. Ғинуар-сентябрҙәге инвестициялар күләме – 45,4 млрд һум, — тине Ирек Ялалов. — Өфөгә инвестицияларҙы әүҙемерәк йәлеп итеү өсөн ҡаланың инвестицион күркәмлеген арттырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында дөйөм инвестициялар күләме 90 млрд һумдан ашыу суммаға тиң 70 программа тормошҡа ашырыла. Был бихисап яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, ҡалала төҙөлөш әүҙем бара. Быйыл 11 айҙа 554 мең кв. метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 16,6 процентҡа күберәк. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем был һанды 700 мең кв.метрға еткереү планлаштырыла. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Өфө миллионлы халҡы булған ҡалалар араһында бишенсе урында килә.

Балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә ҡалала ҙур иғтибар бирелә. Әле биш яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Йыл аҙағына тиклем 220 урынға иҫәпләнгән тағы бер балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөргә тейеш. Бик күп социаль объекттар реконструкцияланды. Был йүнәлештәге эштәр ҙә дауам ителәсәк.