7 декабрь, Шаршамбы

27 декабрь 2011 йыл, 14:38

Башҡортостан парламентарийҙары 2012 йылға республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу планын раҫланы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте, унда республика Президентының «Халыҡ өсөн эшләү» Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы закондар менән тәьмин итеү буйынса һәм 2012 йылдың яҙғы сессияһына Башҡортостан закондарының үтәлешенә контроллек итеү буйынса саралар планы тикшерелде. Унда Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары Рафаил Зиннуров, Лилиә Ғүмәрова һәм республика парламентының комитет етәкселәре ҡатнашты.

Ултырышта ҡатнашыусылар Мөрәжәғәтнамәлә әйтеп үтелгән республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың инициативаларын тикшерҙе. Улар иҫәбендә — ауыл биләмәләренең үҙҙәренең килем сығанаҡтарын булдырыу, уларға ҡайһы бер хоҡуҡтар биреү, власть кимәлдәре араһында һалымдарҙы бүлеү, ипотека кредитының һөҙөмтәлелеген арттырыу, малсылыҡ комплексын яңыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәштәр араһында эшһеҙлек, өлкән кешеләр өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу тураһындағы инициативалар. Мөрәжәғәтнамәнең һәр йүнәлеше буйынса саралар һәм норматив хоҡуҡи акттар проекттары әҙерләнде.

Бынан тыш, ултырыш барышында 2012 йылдың яҙғы сессияһына республика закондарының үтәлешенә контроллек итеү буйынса саралар планы раҫланды.

— Беҙ закондар сығарыу эшен үткәреү буйынса план ҡабул иттек, республика башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлештәре буйынса закондар ҡабул ителәсәк, был закондар ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләү тәжрибәһенә инһен өсөн тейешле саралар әҙерләнәсәк, — тине «Башинформ» агентлығына Константин Толкачев. – Дәүләт Йыйылышы мөмкинлектәрен әүҙем ҡуланасаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың нисек эшләүе мөһим, тарифтар билдәләү мәсьәләһенә лә әйләнеп ҡайтырға кәрәк һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тикшереү зарур.