10 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 14:23

Саҡмағош районы малсылары һауым буйынса биш меңлек сикте үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Саҡмағош районы малсылары быйыл һауым буйынса биш меңлек сикте үтте. Бер һыйырҙан йыллыҡ һауым 5014 кг тәшкил иткән, был уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда 706 килограмға күберәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Район хужалыҡтарында тулайым һауым 35933 тоннаны тәшкил иткән. Был күрһәткес тә былтырғы йылдағынан 3328 тоннаға күберәк. Йәмғеһе 34400 тонна һөт һатылған.

Республиканың алты районы малсылары биш меңлек сиккә яҡынлашҡан. Әммә, белгестәр әйеүенсә, улар теләгән бейеклеккә етергә өлгөрмәйәсәк. Тәтешле районында һәр һыйырҙан 4746 кг һөт һауыла. Дүртөйлөлә һыйырҙар продуктлылығы — 4745 кг, Өфө районында – 4544 кг, Стәрлетамаҡта – 4294 кг, Ауырғазыла – 4250 кг, Мәләүез районында 4034 кг тәшкил итә.