7 декабрь, Шаршамбы

27 декабрь 2011 йыл, 13:27

Башҡортостан менән Сауд Ғәрәбстаны араһында хеҙмәттәшлек үҫешәсәк

автор: Любовь Колоколова

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты етәкселегендәге Башҡортостандың эшлекле даирә делегацияһы ошо көндәрҙә Сауд Ғәрәбстаны Короллегенән ҡайтты. Осрашыу һөҙөмтәләре тураһында журналистарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы Руслан Мирсаяпов һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев һөйләне.

— Беҙҙең визит Сауд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһының «Ҙур химия» халыҡ-ара форумына килеүенә яуап булды. Ул ваҡытта делегацияны Джидда ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе шәйех Салех Камель етәкләгәйне. Шулай уҡ Сауҙа палатаһы идараһы ағзалары, етди бизнесмендар ҙа булды. Форум сиктәрендә ике палата араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Джидда ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы беҙҙең республика мөмкинлектәренең презентацияһын Сауд Ғәрәбстанында үткәрәсәк тигән килешеүгә өлгәшелде. Был ҡарар беҙҙең дипломаттар, Джиддалағы генераль консул һәм Рәсәй Федерацияһының Сауд Ғәрәбстанындағы илсеһе менән ыңғай ҡабул ителде. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, барлыҡ мәсьәләләр ҙә тиҙ хәл ителде, — тип һөйләне Руслан Мирсаяпов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн Короллектең эшлекле даирәһенә Башҡортостан тураһында мөмкин тиклем тулы мәғлүмәт биреү сәфәрҙең төп маҡсаты булып торҙо.

Делегация составында Башҡортостандың 15 предприятие вәкилдәре лә булды, уларҙың һәр береһе презентация һәм һөйләшеүҙәр үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Эшлекле даирәләр осрашыуында һәм һөйләшеүҙәрҙә шулай уҡ Король ғаиләһе ағзалары, шәйех Салех Камель, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Генераль секретары Аднан Мандура, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Мазен Батерджи, Джидда ҡалаһындағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының халыҡ-ара дирекцияһы етәксеһе Аля Хассуба, Ислам үҫеш банкы вәкилдәре, агросәнәғәт комплексы, машиналар төҙөү, нефть өлкәһе белгестәре ҡатнашты.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе Сауд Ғәрәбстаны менән хеҙмәттәшлек итеүҙең мөһим бер йүнәлеше тип атаны. Сөнки Короллектәге климат шарттары халыҡтың төп туҡланыу рационын тәшкил иткән культураларҙы үҫтерергә мөмкинлек бирмәй.

— Сауд Ғәрәбстанының ҙур компаниялары вәкилдәре аҙыҡ-түлек продукттарын поставкалау буйынса республикала улар өсөн партнерҙар табыу тәҡдиме менән беҙгә мөрәжәғәт итте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев. – Йәнә бер ҡыҙыҡлы йүнәлеш – ул төҙөлөш өлкәһендә подряд эштәре башҡарыуҙа ҡатнашыу. Короллектең социаль өлкәһе үҫешә, төҙөлөш эштәре әүҙем алып барыла. Монарх йәштәр өсөн торлаҡ төҙөүгә 90 миллиард доллар аҡса бүлгән. Ә беҙҙең төҙөлөш ойошмаларының был өлкәлә тәжрибәһе ҙур.