4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 12:22

Башҡортостанда 87% орлоҡ кондицияға еткереүгә тикшерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса орлоҡтоң 78 проценты кондицияға еткерелгән тип табылған. Йәмғеһе 291 мең тонна орлоҡ буласаҡ уңыш өсөн һаҡлауға һалынған. Был 2012 йылғы сәсеүгә аграрийҙар ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Бөгөнгө көндә агрономия хеҙмәттәре республикалағы орлоҡ фондының 87 процентын тикшергән.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың ун районында иген сифатына дәғүәләр юҡ. Шул уҡ ваҡытта был райондарҙағы орлоҡ фонды бәләкәйҙәрҙән түгел. Мәҫәлән, Илеш районы аграрийҙары планға ҡарата 141 процентҡа үҙен орлоҡ менән тәьмин иткән. Лаборатор тикшеренеүҙәргә ярашлы, бөтә орлоҡ материалы ла кондицияға еткерелгән тип табылған.  

Стәрлетамаҡ районында яҙғы сәсеүгә ныҡлы әҙерлек алып барыла. Бында 134% кондицияға еткерелгән орлоҡ запасҡа һалынған. Мәләүез, Баҡалы, Әлшәй, Балтас, Миәкә, Саҡмағош райондарында сифатлы эш башҡарғандар.

Орлоҡтарҙы башлыса ҡыйлы булыуы арҡаһында бракка сығаралар. Шуға күрә әле хужалыҡтарҙа орлоҡтарҙы эшкәртеү һәм таҙартыу алып барыла. Ул яҙға тиклем дауам итәсәк.