3 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 12:05

Мәсетле районында күп милләтле «Раштыуа осрашыуҙары» үтте

автор: Марина Шумилова

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Үҙәк район китапханаһында «Раштыуа осрашыуҙары» үтте, байрамға Мәсетле районында йәшәүсе күп төрлө милләт вәкилдәре йыйылды.

«Раштыуа осрашыуҙары»нда ҡатнашыусылар башҡорт, татар, рус, әрмән, үзбәк халыҡтарының Яңы йыл йолалары менән танышты. Һәр милләт вәкилдәре үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте – халыҡ йырҙарын йырланы, бейене. Байрам ҡунаҡтары төрлө милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте.

Күп милләтле «Раштыуа осрашыуҙары» Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тамамланыуға ҡарата үткәрелде.