4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 11:51

Башҡортостанға ҡар-бурандар килде

автор: Ғәлиә Нәбиева

27-28 декабрҙә Башҡортостанда көслө буран сығыуы, ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеоүҙәге. Ҡатмарлы һауа шарттары, күпләп ҡар яуыуы арҡаһында республикалағы Дәүләт автоинспекцияһы ҡар таҙартыу техникаһына ҡамасауламаҫ өсөн автомобилистарҙан автомобилдәрен юлда ҡалдырмауҙарын һорай.  

Үҙҙәренең һәм пассажирҙарының сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырмаҫ өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә, артыҡ кәрәк булмаһа,  юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Автомобилистар интервал һәм тиҙлек режимын теүәл үтәргә тейеш.