5 декабрь, Дүшәмбе

27 декабрь 2011 йыл, 11:05

2011 йылдың 11 айында тулайым төбәк продуктының күләме триллион һумға етәсәк, тип көтөлә

автор: "Башинформ"

Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов уҙып барған 2011 йылға яҡынса йомғаҡ яһаны.

— Йылды дөйөм алғанда яҡшы тамамлайбыҙ, уға һуңғы йомғаҡтар 2012 йыл башында яһаласаҡ, — тип билдәләне Азамат Илембәтов, — әммә республика үҫешенең төп күрһәткестәре һәм тенденциялары бөгөндән үк билдәле. Тулайым төбәк продуктының үҫеш темптары 11 айҙа былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 109,2 процентты тәшкил итте. Абсолют һандарҙа йыл йомғаҡтары буйынса республика триллион һумға яҡынлаша.

Сәнәғәт етештереү индексы 11 ай йомғаҡтары буйынса – 109,7%, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ. Машиналар төҙөү өлкәһендәге, металлургия производствоһындағы, эшкәртеү сәнәғәтендәге динамика өмөт уята. Республиканың сәнәғәт комплексында әлеге ваҡытта дөйөм алғанда 110 млрд һум суммалыҡ 20-нән ашыу ҙур проект тормошҡа ашырыла йәки юғары әҙерлек дәрәжәһенә еткерелгән. Улар иҫәбендә Азамат Илембәтов «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәге, «Белсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең металлургия комплексы, поликристаллы кремний һәм ҡояш модулдәре заводы, Alstom/РусГидро энергия һаҡлаусы технологиялар технопаркы, «СЕЛЕНА» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеүҙең тулы циклы булдырылған производствоһы, «Роторфлай» Р-30 үтә еңел вертолеттар производствоһы, иген эшкәртеү һәм глютен, крахмал һәм биополимерҙар етештереү комплексы, базальт сүс һәм базальтлы пластик арматура етештереү, арматура етештереүсе Danieli металлургия заводы, «Мегастрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең МДФ плиталар етештереү заводы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводы, кабель заводы, ҙур форматлы фанера заводы кеүек проекттарҙы атаны.

Агросәнәғәт комплексында ла ыңғай тенденциялар күҙәтелә. Агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы механизмдары һәм сығымдар бюджеты быйыл яҙғы баҫыу эштәре башланғанға тиклем билдәләнгән. Республика ҡаҙнаһында тармаҡҡа 5,7 млрд һум күләмендә дәүләт ярҙамы (капитал һалыуҙарҙан тыш) ҡаралған, шул иҫәптән республика бюджетынан – 3,5 млрд һум, федераль бюджеттан – 2,2 млрд һум.

2011 йылда иген уңышы 3,2 млн тоннанан ашты (уртаса уңыш гектарынан 21 ц), шәкәр сөгөлдөрөнән — 1,4 млн тонна (250 ц/га), майлы культураларҙан 300 мең тоннанан ашыу (11 ц/га) уңыш йыйып алынды. Быйылғы ауыл хужалығы культураларының уңышы йыл ярымлыҡ ихтыяжды ҡапларға мөмкинлек бирә. Төп, страховка һәм күсмә фондтарға орлоҡ тулы күләмдә һалынған. Дөйөм алғанда, быйыл үҫтерелгән ауыл хужалығы продукцияһы күләмдәре былтырғы кимәлдән дүрт тапҡырға күберәк.

2011 йылда ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү һәм эре инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. «2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермалары» программаһы әҙерләнде.

Йыл аҙағына хеҙмәтсәндәргә 15 процентҡа эш хаҡын арттырыуҙы Азамат Илембәтов өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә тип атаны. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы 6,5 процентҡа ике тапҡыр – 1 ғинуарҙан һәм 1 октябрҙән арттырылды. Балалар баҡсалары тәрбиәселәренә эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр күләме ике тапҡырға артты. Уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа күтәрелде. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле йыл башындағы 2 процент менән сағыштырғанда 1,4 процентҡа тиклем кәмене, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.