Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

БашДУ-ның сығарылыш студенттарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге яҡшы эш өсөн билдәләнде

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының сығарылыш студенттарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге 2011 йыл йомғаҡтары буйынса яҡшы эш һөҙөмтәләре өсөн Волга буйы федераль округының юғары уҡыу йорттары ректорҙары Советы тарафынан билдәләнде. Үҙәккә бындай баһа Удмурт дәүләт университетында үткән семинар-кәңәшмәлә бирелде.

Сарала Нижегород дәүләт университеты, Ҡазан федераль университеты, Мари Иле дәүләт техник университеты, Удмурт дәүләт университеты, Вятка дәүләт университетының сығарылыш студенттарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү төбәк үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты. Республика исеменән Башҡорт дәүләт университетының сығарылыш студенттарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү төбәк үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов сығыш яһаны.

Йомғаҡ яһауҙан тыш, кәңәшмәлә алдағы йылға эштәр планы проекты ла әҙерләнде. Был документҡа ярашлы, БашДУ Волга буйы федераль округындағы юғары уҡыу йорттарының студенттарын һәм уларҙы тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәктәренең (бүлектәренең) эшен яҡшы ойоштороуға конкурс үткәрәсәк.

Кәңәшмәлә шулай уҡ эшкә урынлашыу проблемалары тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть