Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Тамыр» телеканалы балалар өсөн Яңы йыл премьераһын әҙерләй

Йәмғиәт

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының Яңы йыл премьераһы — «Борон заман илендә» фильм-әкиәтен тамашасылар 1 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында күрәсәк. Уны профессионалдар командаһы – режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина, рәссам Альбина Шәһәретдинова һәм оператор Марат Юнысов әҙерләй.

«Башинформ» агентлығына телеканал вәкилдәре хәбәр итеүҙәренсә, фильмда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша: Рушана Бабич, Зөлфәр Әхмәтов, Илгизә Ғилманова, Нәғим Нурғәлин, Искәндәр Нурғәлин һәм, әлбиттә, «Тамыр»ҙың йәш йондоҙҙары  Данир Ғимәҙиев, Арыҫлан Әминев, Камила Дәүләтбирҙина.

«Тамыр» телеканалының тапшырыуҙар программаһы БЮТ каналының балалар аудиторияһы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Телевидение хеҙмәткәрҙәре менән төшөрөлгән «Тубырса менән Сыртлыҡай», «Ҡарйондоҙ», «Ҡамыр батыр», «Ҡоралай», «Шихан сере» һәм башҡа фильм-әкиәттәр унлаған бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулаған, хатта «ТЭФИ»-регион» телевизион премияһына ла лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть