7 декабрь, Шаршамбы

26 декабрь 2011 йыл, 18:08

Өфө янындағы автоһәләкәттә биш кеше ҡазаланған

автор: Ольга Мортазина

Ырымбур трактындағы бөгөнгө һәләкәттә биш кеше зыян күргән, ғәҙәттән тыш хәл Өфө аэропортындағы юл үткәргесендә булған. Улы менән атаһы «Нива Шевроле»ла ҡаланан килгән. Водитель үҙенә кәрәкле боролошто үтә биреп, һуңғы минутта боролорға ҡарар итә. Әммә маневрын тамамлап өлгөрмәй. Машинаға ҙур тиҙлектә килгән «Дэу Нексия» килеп бәрелә, уның салонында ир-егет һәм дүрт ҡатын-ҡыҙ ултырған була. «Шевроле»лағылар зыян күрмәй, ә бына «Нексия»ның водителен һәм пассажирҙарын дауаханаға оҙатырға тура килә. Килеп сыҡҡан хәлде автоинспекция тикшерә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.