6 декабрь, Шишәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 17:53

«Башинформ» агентлығы хеҙмәткәрҙәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалдары менән бүләкләнде

автор: Ольга Мортазина | фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Һөнәри байрамдары алдынан РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре уҙып барған йылға йомғаҡтар яһаны. Дөйөм алғанда ведомство эшмәкәрлеге ыңғай баһалана, тип белдерҙе Идаралыҡ начальнигы Валерий Хисаметдинов. 2011 йылда бер нисә ҙур фажиғә булды. 22 ғинуарҙа яңы асылған «Европа» сауҙа үҙәге янды. 26 майҙа Иглин районының Урман ауылы янындағы хәрби часта боеприпастар келәте шартланы. Нефть эшкәртеү заводтарында бер нисә ғәҙәттән тыш хәл булды, тимер юлда яғыулыҡ ҡойолған цистерналар ауҙы, һәүәҫкәрҙәр экипажы менән Ка-26 вертолеты ҡоланы. «Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең көйлө эшләүе арҡаһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм уларҙың эҙемтәләрен ҡыҫҡа арала бөтөрөп, зыянды кәметә алдыҡ», — тине эске хеҙмәт полковнигы.

2011 йылдың 11 айында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлексәһе янғын һүндереүселәре 4018 янғынды һүндергән. Быйыл республикала 119 ирекле янғын һүндереүселәр бригадаһы ойошторолған, хәҙер иһә уларҙың иҫәбе 137-гә еткән. Киләһе йылда тағы 127 бригада булдырыласаҡ, шулай итеп, республикалағы бөтә тораҡ пункттар ҙа, шул иҫәтән иң төпкөлдәре лә, янғындарҙан һаҡланыу өсөн ярҙам аласаҡ.

— Һыу объекттарындағы хәлдәр ҙә контролдә тотола. Һыу инеү миҙгелендә асылған пляждар иҫәбе буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Ағымдағы йылда һыуҙа 125 кеше һәләк булған, былтырғыға ҡарағанда был алты процентҡа кәмерәк, —  тип хәбәр итте Валерий Хисаметдинов. Кәңәшмәне йомғаҡлап, республикалағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе ҙур эш күрһәткән ҡотҡарыусыларға наградалар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Улар иҫәбендә «Башинформ» агентлығы хеҙмәткәрҙәре — фоторепортер Олег Яровиков менән телеоператор Ринат Исҡужин да бүләкләнде, уларға «Ҡотҡарыусылар эшен пропагандалағаны өсөн» миҙалы тапшырылды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уларҙың Урмандағы оператив эштәрҙе яҡтыртыуҙағы эшмәкәрлеген баһаланы. Репортерҙар һәләкәт зонаһына тәүгеләрҙән булып барып, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы, ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген документаль яҙмаға төшөрҙө.