4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 17:17

Федераль грантты БашДУ тикшеренеүҙәрен һәм матди базаһын көсәйтеүгә ҡулланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты алдағы өс йыл дауамында федераль бюджеттан 100 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. «Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, БашДУ РФ Мәғариф һәм фән министрлығының юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениеларын стратегик үҫтереү программаларына ярҙам итеү конкурсында беренсе урынға сыҡты. Ул илдең башҡа 20 вузы менән бер тиң һөҙөмтә күрһәтеп, «Классик университеттар» номинацияһында еңде.

Әйткәндәй, БашДУ конкурста еңгән төбәктәге берҙән-бер вуз.

Университет ректоры Әхәт Мостафиндың әйтеүенсә, вузды үҫтереү буйынса комплекслы программа 2020 йылға тиклемге ваҡытҡа иҫәпләнгән һәм профориентацион эштән алып матди-техник базаны һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә тиклем ете йүнәлеште үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, белем биреү процесын камиллаштырыу маҡсатында республика мәктәптәре менән эшләүҙе әүҙемләштереүҙән тыш, университет ҡарамағында һәләтле балалар өсөн мәктәп-интернат ойоштороу планлаштырыла. Программаны әҙерләүселәр фекеренсә, унда уҡыған балалар алдынғы студенттарға әйләнәсәк һәм уҡыу кимәле буйынса башҡа студенттарға үрнәк буласаҡ. Бынан тыш, дистанцион белем биреү технологияларын, хатта мәктәп эскәмйәһенән башлап ситтән тороп уҡытыуҙы, үҫтереү күҙ уңында тотола.  

Фән һәм инновацион эшмәкәрлек өлкәһендә Башҡорт дәүләт университетында нанотехника һәм нанофизика, йыһан технологиялары (ГЛОНАСС системаһын үҫтереү буйынса), биотехнологиялар һәм генетика, шәрҡиәт буйынса махсуслашҡан фәнни-инновацион үҙәктәр ойоштороуға баҫым яһаласаҡ. Вуздың бындай структуралар ойоштороу буйынса тәжрибәһе бар ( БашДУ-ла бер нисә фәнни үҙәк эшләй). Ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн өр-яңы ҡорамалдар һатып алыу ҙа ҡаралған.

Программа йәнә университеттың Туҡай урамындағы корпусын, Сибайҙағы уҡыу биналарын реконструкциялауҙы, Өфөлә һәм Нефтекамала яңы ятаҡтар, фәнни китапхана өсөн айырым корпус төҙөлөшөн дә үҙ эсенә ала.

Әхәт Мостафин әйтеүенсә, конкурста еңеү — университет үҫеше өсөн бик шәп этәргес, сөнки бихисап етди мәсьәләләрҙе вуздар үҙ аллы, финанс ярҙамдан тыш хәл итә алмай.

— Стратегик үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу Башҡорт дәүләт университетындағы ғилми тикшеренеүҙәрҙе яңы кимәлгә күтәрергә һәм белем биреү сифатын арттырырға ярҙам итәсәк, – тип иҫәпләй ректор.

Программаға 2012 йылда аҡса күсерелә башлаясаҡ.

темалар: мәғариф, вуздар