Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Нефтекама автозаводы үҙенең хеҙмәткәрҙәренең балаларын бүләктәр һәм путевкалар менән ҡыуандырҙы

Йәмғиәт

Нефтекама автозаводы үҙенең хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн биш мең Яңы йыл бүләге һатып алған. Бындай татлы бүләктәр матур байрам алдынан балаларҙың да, уларҙың ата-әсәләренең дә кәйефен күтәргән.

«НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы татлы бүләктәрҙе шулай уҡ Нефтекаманың 1-се мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе 189 балаға ла тапшырған, унда етемдәр һәм әҙ тәьмин  ителгән ғаиләләрҙән балалар уҡый.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Вера Харисова хәбәр итеүенсә, 24 һәм 25 декабрҙә завод профкомы Ижади үҫеш үҙәгендә балалар өсөн Яңы йыл кисәләрен ойошторған. Сараларҙа НЕФАЗ хеҙмәткәрҙәренең меңгә яҡын балаһы ҡатнашҡан.

Ә ҡырҡ бала 25 декабрҙә Өфөгә «Салют» шифаханаһына юлланған. Яңы йылды улар республиканың баш ҡалаһында тиҫтерҙәре менән ҡаршы аласаҡ. Шифаханаға путевкалар уларҙың ата-әсәләренә бушлай бирелгән. Балаларҙың күпселеге – күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләрҙән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть