Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

«Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында хәйриә акцияһы үтте

Йәмғиәт

Өфөнөң «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында «Раштыуа йәрминкәһе» хәйриә проекты үтте. Ул «Вся Уфа» телекомпанияһы, «Ufa1.ru» интернет-порталы һәм «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы менән ойошторолдо. Сарала Башҡортостан баш ҡалаһының билдәле кешеләре үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр йәки уларҙың профессиональ атрибуттары һатыуға тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр «Аркада» идара итеү компанияһының маркетинг һәм реклама бүлегенән.

Мәҫәлән, йәрминкәлә Максим Чудовтың саңғыһы, Айгөл Шакированың көмөш алҡалары, Айҙар Ғалимовтың ҡатыны бешергән бәлеш, Александр Семактың сәкәне, Елена Лоҡманованың модалы кепкаһы һәм башҡа күп нәмәләр тәҡдим ителде. Әлеге акция ҡала халҡында һәм ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йәрминкәлә эшләнгән барлыҡ аҡсалар республиканың Иглин районындағы Охлебинин ауылында урынлашҡан балалар приютына йүнәлтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть