4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 15:56

Белоретта Өфө уҡытыусылары ислам дине буйынса лекциялар үткәрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Белоретта, ҡала хакимиәте бинаһында, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ярҙамында Өфөнөң мәғлүмәти-ағартыу төркөмөнөң Белорет районы халҡы менән осрашыуы үтте. Лекторҙар төркөмө составында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мосолман мәғарифын үҫтереү» фәнни-тикшеренеү үҙәге, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы вәкилдәре булды. Осрашыу выждан азатлығы һәм дини ойошмалар тураһындағы ҡануниәтте аңлатыу, ислам дине тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалау, дини экстремизмды иҫкәртеү маҡсатында үткәрелде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Руханиҙар, ауыл биләмәләренең хакимиәт башлыҡтары, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында БДПУ доценты Таһир Әминев, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы уҡытыусыһы шәйех Араби Камаль сығыш яһаны.

Шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары «Йәмиғ» үҙәк ҡала мәсетендә булды, унда улар Белорет районы имамдары менән осрашты.

темалар: дин, мәғариф